10 декабрь, Шәмбе

23 сентябрь 2010 йыл, 10:01

Рөстәм Хәмитов: «Инновация идеялары тыуҙырырлыҡ мөхит булдырырға кәрәк»

автор: "Башинформ"

22 сентябрҙә Ҡазанда Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов Волга буйы федераль округы Советы ултырышында ҡатнашты, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығы матбуғат хеҙмәтенән.

Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Григорий Рапота рәйеслегендә кәңәшмәлә ҡатнашыусылар округ төбәктәре сәнәғәтен модернизациялауҙың төп йүнәлештәренең береһе булараҡ инновациялар индереү тәжрибәһен киңәйтеү мәсьәләләрен ҡараны.

Рөстәм Хәмитов кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙың мәктәптә уҡытыу сиктәрендә үк йәштәр араһында  «инновация иҡтисады» төшөнсәһен индереү тураһындағы тәҡдимен хупланы. «Уҡыусыларҙы инновациялы фекерләүгә ни тиклем иртәрәк йәлеп итһәк, шул тиклем яҡшыраҡ», — тип иҫәпләй Рөстәм Хәмитов. Атап әйткәндә, республика башлығы республикала йәш эшҡыуарҙар мәктәптәре һәм бизнес-инкубаторҙар һанын арттырырға кәрәклеген әйтте. Бөгөн Башҡортостанда Салауат, Сибай һәм Октябрьский ҡалаларында өс бизнес-инкубатор эшләй.

Башҡортостан Президенты шулай уҡ республикала инновациялар өлкәһендәге ҙур потенциалдың тулыһынса ғәмәлгә ашырылмауын билдәләп үтте. «Инновация идеялары һәм ҡарарҙары өлгөрөп етһен һәм беҙгә алға барырға ярҙам итһен өсөн мөхит булдырырға кәрәк», — тине Рөстәм Хәмитов.

Ҡазанға сәфәре барышында Рөстәм Хәмитов Татарстан Республикаһы Мәғлүмәт технологиялары базаһындағы Космик хеҙмәттәр төбәк үҙәгендә булды. Татарстан Республикаһы Премьер-министры урынбаҫары, мәғлүмәтләштереү һәм элемтә министры Николай Никифоров Башҡортостан Президентын ҡазаға тарыусыларҙы ҡотҡарыуҙа һәм ер өҫтө транспорты эшен ойоштороуҙа файҙаланылыусы «ГЛОНАСС» юлдаш навигацияһы системаһы мөмкинлектәре менән таныштырҙы.

***

Башҡортостанда 2008-2010 йылдарға маҡсатлы инновация программаһы ғәмәлгә ашырыла. Был программаны республика бюджетынан планлы финанслау күләме 141 миллион һум тәшкил итә. Республикала 183 инновацион предприятие эшләй, былтыр улар 54 миллиард һумлыҡ инновациялы тауарҙар етештергән, эш башҡарған һәм хеҙмәтләндереүҙәр күрһәткән. 2020 йылға республика предприятиеларының инновациялы продукцияһын 30 процентҡа тиклем арттырыу күҙ уңында тотола. 2009 йыл йомғаҡтары буйынса ул 6,2 процент тәшкил иткәйне.

темалар: БР Президенты