9 декабрь, Йома

22 сентябрь 2010 йыл, 17:45

Башҡортостанда «Бизнес-леди-Өфө-2010» конкурсы үтәсәк

автор: Любовь Колоколова

Башҡортостандың баш ҡалаһында тәүге тапҡыр «Бизнес-леди-Өфө-2010» конкурсы старт ала. Ойоштороусылар бөгөн заявкалар ҡабул итә башланы, ул 21 октябргә тиклем дауам итәсәк.

Баш ҡаланың алдынғы эшлекле ҡатын-ҡыҙҙарын, уларҙың уңышын, йәмғиәт, иҡтисад, сәйәсәт һәм мәҙәниәт үҫешенә индергән өлөшөн күрһәтеү, етәксе ҡатын-ҡыҙ статусын күтәреү, шулай уҡ бизнеста ҡатын-ҡыҙҙар стиленең үҙенсәлектәрен асып биреү – конкурстың төп маҡсаты.  

Ҡатнашыуға етәксе ҡатын-ҡыҙҙар (топ-менеджерҙар), Өфөлә үҙенең бизнесы булған, уңышлы, йүнсел, шул уҡ ваҡытта уңған хужабикәләр саҡырыла.

Конкурс этаптарға бүленгән. Һәр этап үҙенсәкле. Беренсе этап заявкалар ҡабул итеү, эксперт баһалары буйынса (рейтинг методы) һайлап алыуҙан торһа, башҡа этаптарҙа ҡатнашыусыларҙан журналистарҙың интервью алыуы, ҡатнашыусыларҙы номинациялар буйынса баһалау һәм иң һуңғыһында, 17 ноябрҙә, еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы билдәләнгән.

Эксперттар сифатында Өфөнөң билдәле эшҡыуарҙары, стилистар, журналистар сығыш яһай. Конкурстың төп бүләге — еңеүсе менән республиканың киң мәғлүмәт сараларында интервьюлар серияһы.