Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.49 ↓

EUR 63.17 ↑

23 май, Шишәмбе

Уфа   °

«КамАЗ» менән бәрелешеү үлемесле булмаған

Йәмғиәт

Әбйәлил районында ВАЗ-2108 машинаһының воодителе, тиҙлеген арттырып, юлдың икенсе яғына сыға һәм ҡаршыға килгән «КамАЗ» йөк машинаһы менән бәрелешә. Ғәҙәттә, бындай авариялар насар тамамлана – ҡағиҙә булараҡ, еңел автомобилдәге кешеләр һәләк була.  Әммә был юлы еңел машинаның 24 йәшлек водителе лә, һәм уның ике пассажиры ла иҫән ҡалған – йәрәхәттәр менән улар дауаханаға оҙатылған.

Юғары тиҙлек яратыусылар һаман да үҙенең көсөн дөрөҫ баһаламай. Мәҫәлән, Шишмә районында «Шевроле Ланос» түңкәрелгән — сит илдә етештерелгән машина юлдан сығып осҡан һәм әйләнгән. Водитель төрлө йәрәхәттәр алған.

Дөйөм алғанда уҙған тәүлектә 10 юл-транспорт фажиғәһе булған, уларҙа 12 кеше тере ҡалған, әммә тән йәрәхәттәре алған,  тип хәбәр итә БР буйынса Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығы матбуғат хеҙмәте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть