10 декабрь, Шәмбе

22 сентябрь 2010 йыл, 17:30

Нефтекамала аэропортты реконструкциялау әүҙем алып барыла

автор: Любовь Колоколова

Нефтекама аэропорты оҙайлы тәнәфестән һуң Өфөнән тәүге техник рейсты ҡабул итергә әҙерләнә, ул октябрь башына планлаштырылған. Хәҙер бында аэровокзал бинаһында ла, бөтә аэропорт комплексы территорияһында ла ремонт-йүнәтеү эштәре тулы көскә алып барыла.

«Өфө» халыҡ-ара аэропорты» асыҡ акционерҙар йәмғиәте матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Нефтекама аэропорты Сибайҙан ҡала төбәк авиаташыуҙары тергеҙеләсәк икенсе аэропорт буласаҡ. Аэродромдың дөйөм майҙаны 86 гектар тәшкил итә. Бөтә периметры буйынса яңынан кәртәләп алынған, уның оҙонлоғо — ете километрҙан ашыу. 1800 метр оҙонлоғондағы осоу-ултырыу полосаһы ремонтланған да инде, яңы яҡтылыҡ-сигнал ҡорамалдары урынлаштырыла. Аэровокзал бинаһы алдындағы майҙансыҡ тәртипкә килтерелә, сөнки был ҡоролма ҡаланы биҙәүсе бер элемент булып торорға тейеш.

Ун йылдан ашыу файҙаланылмаған аэропортты реконструкциялауҙа ҡаланың төп предприятиелары – «НефАЗ» һәм «Искож» асыҡ акционерҙар йәмғиәттәре ярҙам итте, улар ремонт эштәре өсөн белгестәр бүлде. Ҡаланың Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге лә ҙур ярҙам күрһәтә.

Нефтекама хакимиәтендә яңыртылған аэропорттың асылыуын түҙемһеҙлек менән көтәләр, сөнки һауа юлы Өфө менән был йәш ҡала араһын ҡыҫҡартырға булышлыҡ итәсәк, бизнесты үҫтереү өсөн яңы мөмкинлектәр булдырасаҡ. Нефтекама аэропорты яңы төньяҡ йүнәлештәр буйлап – Пермь, Ижевск, Екатеринбург, Ноябрьск, Төмән ҡалаларына пассажирҙар оҙатыу өсөн транспорт үҙәге булып торасаҡ.

Шуны ла әйтәйек, авиаташыуҙарҙы «Арҡайым» база милли авиакомпанияһы яңы L-410 Чехия самолеттарында бойомға ашырасаҡ.