8 декабрь, Кесе йома

22 сентябрь 2010 йыл, 15:53

Спайстар модала түгел

автор: Ольга Мортазина

Йыл башынан алып тәмәке ҡатнашмалары менән сауҙа итеүсе 72 кеше енәйәт яуаплылығына тарттырылған, ә тартып алынған наркотиктар күләме центнерға еткән. Бында 77, 5 килограмм каннабис, 11,6 кг героин, 4,5 мәк һаламы, 4,3 гашиш майы һәм составында JWH-018 синтетик каннабиноиды булған 1,7 кг тәмәке ҡатнашмаһы инә. Наркополицейскийҙар тәмәке ҡатнашмаларын ҡулланыуҙың артыуын билдәләй, айырыуса был йәштәр мөхитендә күҙәтелә, һәм был модаға профилактик саралар һәм оператив рейдтар ярҙамында ҡаршы торорға тырыша. Рейдтар клубтар һәм күңел асыу үҙәктәрендә лә үткәрелә.

— Кешеләр тәмәке ҡатнашмаларына көслө тәьҫирле синтетик наркотиктар инеүен белергә тейеш.  Уларҙы ҡулланғандан һуң йәштәр бик йыш көслө баш ауыртыуы, күтәрелгән ҡан баҫымы, күңел болғаныуы, аң юғалтыу, галлюцинациялар менән дауаханаларға эләгә. Спайстар ҡулланғандан һуң суицидтар факты ла теркәлгән. Һәм был “еңел” наркотик тәьҫирендә булған йәш егеттең әсәһе менән ағаһын һуйғанын өфөлөләр яҡшы хәтерләйҙер, әлбиттә, — тип иҫкәртә Башҡортостан наркоконтроленең матбуғат хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре.

темалар: наркотиктар