5 декабрь, Дүшәмбе

22 сентябрь 2010 йыл, 15:00

«ӨМЭПБ» генераль директоры БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы Идараһы составына инде

автор: Любовь Колоколова

«Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Александр Артюхов Башҡортостан Республикаһының Сауҙа-сәнәғәт палатаһы Идараһының яңы составына инде, тип хәбәр итә предприятиеның йәмәғәтселек менән бәйләнеш буйынса идаралығы.

Александр Артюхов «ӨМЭПБ» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры вазифаһын 2006 йылдың мартынан биләй, 2007 йылдың мартынан БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты. 2009 йылда предприятие етәксеһе «БР-ҙың атҡаҙанған машиналар эшләүсеһе» исеменә лайыҡ булды.