7 декабрь, Шаршамбы

22 сентябрь 2010 йыл, 13:58

Башҡортостан Президенты Хакимиәтендә яңы тәғәйенләүҙәр

автор: "Башинформ"

Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтендә барған үҙгәртеп ҡороуҙар сиктәрендә яңы тәғәйенләүҙәр билдәле булды. Төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостан Республикаһы Президенты Бойороғо менән:

–  Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте Етәксеһе урынбаҫары –Башҡортостан Республикаһы Президенты Секретариаты начальнигы итеп — Әббәс Ғәлләмов;

– Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтенең эске сәйәсәт идаралығы начальнигы итеп — Урал Хәсәнов;

– Башҡортостан Республикаһы Президентының матбуғат секретары – Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте һәм мәғлүмәт идаралығы начальнигы итеп Артём Вәлиев тәғәйенләнде.