7 декабрь, Шаршамбы

22 сентябрь 2010 йыл, 13:15

Рөстәм Хәмитов Ҡазанға килде

автор: "Башинформ"

22 сентябрҙә Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов Волга буйы федераль округы Советы ултырышында ҡатнашыу өсөн Ҡазанға килде. Татарстан баш ҡалаһының халыҡ-ара аэропортында республика Президентын Татарстандың Премьер-министры Илдар Халиков ҡаршы алды.

Волга буйы федераль округы Советы ултырышында округ төбәктәре сәнәғәтен модернизациялауҙың төп йүнәлештәренең береһе булараҡ инновациялар индереү практикаһын киңәйтеү мәсьәләләре ҡараласаҡ, тип хәбәр итә Башҡортостан Республикаһы Президентының матбуғат хеҙмәте.

темалар: БР Президенты