4 декабрь, Йәкшәмбе

22 сентябрь 2010 йыл, 12:53

Хәйбулла районында байыҡтырыу фабрикаһы ятҡылыҡ эргәһендә буласаҡ

автор: Светлана Ғәфүрова

Хәйбулла районында «Юбилей» ятҡылығы өсөн байыҡтырыу фабрикаһының беренсе сиратын быйыл октябрҙә сафҡа индерергә планлаштыралар. Фабриканың баҡыр циклы менән тәүге сафҡа индереләсәк комплексы йылына 1,5 миллион тонна руда эшкәртеүгә иҫәпләнгән. Киләсәктә байыҡтырыу фабрикаһын киңәйтергә һәм уның етештереүсәнлеген йылына өс миллион тонна рудаға тиклем арттырырға планлаштырыла. Быйыл уны ҡоралландырыуға инвестициялар 1,7 миллиард һум тәшкил итәсәк.

«Юбилей» ятҡылығы 1966 йылдың авгусында асыла. Ул Көньяҡ Уралдың көнсығыш битендә, Петропавловский ауылы эргәһендә Таналыҡ һәм Быҙаулыҡ йылғалары араһындағы һыу айырғыста урынлашҡан.

Ятҡылыҡты 1996 йылда эшкәртә башлайҙар. 2006 йылдың 1 мартына тиклем эштәрҙе «Хәйбулла тау компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте алып барҙы. Уларҙан һуң производство-хужалыҡ эшмәкәрлеген бында «Башҡортостан баҡыры» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте алып бара.

«Юбилей» алты руда ятҡылығынан тора. Уларҙың өсәүһе әлеге ваҡытта асыҡ ысул менән эшкәртелә. Ҡалған өсәүһе ер аҫты ысулы менән үҙләштереләсәк. Руда ятҡылыҡтары 584 метрға тиклем тәрәнлектә урынлашҡан. Уларҙа 9,4 миллион тонна самаһы руда бар. Был ятҡылыҡтарҙы Көньяҡ вентиляция һәм клеть шахта үҙәктәре менән табырға планлаштырыла. 2018 йылға улар йылына 400 мең тонна руда табыуҙы тәьмин итергә тейештәр. Ул саҡта рудниктың етештереүсәнлеге 650 мең тоннаға тиклем артасаҡ.