Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.28

EUR 69.64

11 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Учалының "Горняк" командаһы Владикавказда кубок имтиханы үтә

Йәмғиәт

Бөгөн, 22 сентябрь, – Башҡортостан, атап әйткәндә, Учалы футболында тарихи көн. Башҡортостандың бәләкәй генә ҡалаһынан «Горняк» үҙ тарихында тәүге тапҡыр футбол буйынса Рәсәй кубогының 1/8 финалында уйнаясаҡ.  

Владикавказда «шахтерҙарҙы» премьер-лигала 13-сө урынды биләүсе һәм иң көслөләр сафында ҡалыу өсөн теше-тырнағы менән көрәшеүсе урындағы «Алания» ҡабул итәсәк.  

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ватан футболының бер грандын учалылар ил Кубогынан сығарҙы ла инде – бынан алдағы этапта Мәскәү «Локомотив»ы «рельстан сыҡты».

Владикавказда Башҡортостандан ҡыйыу клубҡа етди ҡарайҙар. Матч Мәскәү ваҡыты менән 16 сәғәттә башлана.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть