7 декабрь, Шаршамбы

22 сентябрь 2010 йыл, 11:37

Рәсәй халыҡтары телдәре диалектологияһы проблемалары буйынса төбәк конференцияһы

автор: Марина Шумилова | фото: Андрей Старостин

«Рәсәй халыҡтары телдәре диалектологияһының көнүҙәк проблемалары» — Өфөлә, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Йортонда, асылған X төбәк конференцияһының темаһы ошондай. Уны ойоштороусылар – Рәсәй Фәндәр академияһының Тел ғилеме институты, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты, БР Фәндәр академияһы, БР Мәғариф министрлығы, БР Дәүләт телдәре буйынса советы, БР Йәмәғәт палатаһы, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы.

Фәнни форум төрки, славян, фин-уғыр диалектологияһы проблемаларын, башҡорт теле диалекттарын өйрәнеү, диалект шарттарында туған һәм дәүләт телдәрен уҡытыу перспективаларын тикшерә. Диалектологияның актуаль мәсьәләләрен ҡарауҙа Башҡортостандың ғына түгел, шулай уҡ Мәскәү, Санкт-Петербург, Ижевск, Чебоксар ғалим-тел белгестәре лә ҡатнаша.

БР Президенты Хакимиәте Етәксеһе Ростислав Мырҙағолов уҡып ишеттергән Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың конференцияла ҡатнашыусыларға тәбрикләү һүҙендә, республикабыҙҙа Рәсәй халыҡтары телдәре диалектологияһы проблемалары буйынса фәнни форум үткәреү законға ярашлы, тип билдәләнә. Башҡортостанда 125-тән артыҡ милләт вәкилдәре йәшәй, һәм бында уларҙың телдәрен, мәҙәниәтен һәм милли традицияларын һаҡлау өсөн бөтә шарттар тыуҙырыла. Конференция туған телдәрҙе үҫтереүгә, уларҙы өйрәнеү, Рәсәй халыҡтарының этник үҙенсәлеген һаҡлау буйынса эшмәкәрлекте камиллаштырыуға булышлыҡ итергә тейеш. Республика башлығы, форум сиктәрендә өйрәнеү уңышлы булыр һәм күп кенә ҡуйылған һорауҙарға яуап бирер, тигән ышаныс белдерҙе.  

Көндөң тәүге яртыһында конференцияның пленар ултырышы үтә. Төштән һуң унда ҡатнашыусылар «Төрки диалектологияһының көнүҙәк проблемалары», «Башҡорт теле диалекттары проблемалары һәм уларҙы өйрәнеү перспективалары», «Славян һәм фин-уғыр диалектологияһының көнүҙәк проблемалары», «Диалект шарттарында туған һәм дәүләт телдәренә уҡытыу» секциялары буйынса эшләйәсәк.

Конференция сиктәрендә һуңғы йылдарҙа сығарылған башҡорт диалектологтарының китаптарын презентациялау үтәсәк.