Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.18 ↓

EUR 63.22 ↑

19 ғинуар, Кесе йома

Уфа   °

Президент башҡорт атын сертификацияларға тәҡдим итте

Йәмғиәт

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, «башҡорт балы», «бөрйән бал ҡорто», «башҡорт ҡымыҙы», «башҡорт аты» кеүек традицион башҡорт брэндтарын республикаға рәсми беркетергә һәм уларға тейешле сертификаттар әҙерләргә, тигән тәҡдим индерҙе.

«Башҡортостан Республикаһы – бер нисә мәҙәниәт тупланған уникаль төбәк. Беҙҙә иҡтисадты, спортты, туризмды, милләт-ара һәм конфессия-ара мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү өсөн уңышлы нигеҙ бар. Республика үҙен Рәсәйҙә генә түгел, унан ситтә лә яҡшы белеүгә лайыҡ. Иманым камил, традицион башҡорт брэндтарын булдырыу республикабыҙҙы тағы ла танытасаҡ һәм инвесторҙарҙың иғтибарын нығыраҡ йәлеп итәсәк», — тине Рөстәм Хәмитов.

Республика башлығының һүҙҙәренә ҡарағанда, Башҡортостанда традицион башҡорт брэндтарын популярлаштырыуҙың яҡшы өлгөләре бар. Атап әйткәндә, төбәктә башҡорт ҡымыҙы нигеҙендә балалар өсөн ашамлыҡтар етештереү буйынса инвестиция проекты эшкәртелә.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть