3 декабрь, Шәмбе

22 сентябрь 2010 йыл, 9:18

«Салауатнефтеоргсинтез» менән «Каустик» араһындағы конфликт арҡаһында Башҡортостан ҡаҙнаһы 100 миллион һум юғалтҡан

автор: "Башинформ"

«Салауатнефтеоргсинтез» асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән «Каустик» асыҡ акционерҙар йәмғиәте араһындағы конфликт һөҙөмтәһендә углеводород сеймалы – этилен ташыуҙың туҡтатылыуы республика ҡаҙнаһына ҙур юғалтыуҙар алып килде. «Каустик» йәмғиәте эшһеҙ торорға мәжбүр булғанында өҫтәлмә хаҡ менән продукция етештермәне, тимәк, төбәк ҡаҙнаһы химия комбинатынан алырға мөмкин булған 100 миллион һум самаһы һалымды юғалтты. Был турала Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов белдерҙе.

«Уҙған аҙнанан «Каустик» йәмғиәтенә химия комбинаты өсөн сеймал — этилен килә башланы, — тине Рөстәм Хәмитов. – Беҙгә эшләүсе предприятиелар кәрәк һәм бынан ары беҙ бындай конфликтлы ситуацияларҙы иҫкәртергә тейешбеҙ».

Республика Президенты «Каустик»ҡа сеймал ташыу тураһындағы ҡарарҙың ваҡытлы ғына булыуын, ул  ике ай дауамында «химия комбинатын технология буйынса минималь сеймал менән тәьмин итеүгә» йүнәлтелгәнен билдәләне. Ошо арала ике яҡ ярашыу тураһында килешергә тейеш. Рөстәм Хәмитов «Каустик»ты этилен менән тәьмин итеүҙең альтернативалы схемаһын әҙерләү мөмкинлеген дә инҡар итмәй, тип хәбәр итә республика башлығының матбуғат хеҙмәте.

темалар: БР Президенты