Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

26 март, Йәкшәмбе

Уфа   °

Учалы тегеү фабрикаһы Рәсәй тимер юлдары өсөн махсус кейем тегә

Иҡтисад

Былтыр йыл аҙағында Учалы тегеү фабрикаһы "Рәсәй тимер юлдары" асыҡ акционерҙар йәмғиәте өсөн махсус кейем тегеүгә тендерҙа еңеп сыҡты.

— Беҙ Рәсәй тимер юлдары өсөн тулы махсус өҫ кейеме комплектын тегәбеҙ, — тип һөйләй фабрика директоры Фәйрүзә Степаненко. — Уға тимер юлсының йөн туҡыманан костюмы, жилет, пилотка һәм ике күлдәк — ҡыҫҡа һәм оҙон еңле – инә. Ул бөтә ил буйлап – Алыҫ Көнсығыштан Мәскәүгә һәм Санкт-Петербургка тиклем оҙатыла. Фабрика ҡорамалдарын тулыһынса яңыртыу арҡаһында бөгөн беҙ тегә алмаған өҫ кейеме юҡтыр, моғайын.  

Учалы фабрикаһы күптән түгел генә ауыр замандар кисергәйне. Уға банкротлыҡ процедураһын да үткәрергә тура килде. Предприятиены тулыһынса һатыу тураһында ла һүҙ алып барылды. Әйтергә кәрәк, республика менән күрше өлкәләрҙә предприятиены һатып алырға теләүселәр күп булды. Ләкин фабрика директоры Өфөнөң «Эшселәр кейеме» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте инвестор булыуын ныҡышып юлланы һәм быға иреште. Был мини-холдингка Учалыныҡынан тыш Туймазы һәм Алкино тегеү фабрикалары инә.

Инвестор Учалы фабрикаһына өр-яңы тегеү ҡорамалдары урынлаштырыуҙан тыш, производствоға автоматлаштырылған идара итеү системаһы – САПОР – үткәрергә лә ярҙам итте. Фабрикала бөгөн эш гөрләп бара, 450 хеҙмәткәр, яҡшы эш хаҡы һәм тулы социаль пакет алып, ике сменала эшләй.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть