Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.53 ↑

EUR 73.33 ↓

22 май, Шишәмбе

Уфа   °

Л.Н.Гумилев исемендәге Евразия милли университетында БашДУ көндәре үтәсәк

Йәмғиәт

22 — 25 сентябрҙә Л.Н. Гумилев исемендәге Евразия милли университетында (Астана ҡалаһы) Башҡорт дәүләт университеты көндәре үтәсәк.  

Юғары уҡыу йортоноң матбуғат үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, Евразия милли университетының механика-математика, физика-техника факультеттары, шулай уҡ социаль һәм тәбиғи фәндәр факультеттары студенттары Башҡорт дәүләт университеты ғалимдарының лекцияларын тыңлаясаҡ һәм университеттың фәнни ҡаҙаныштары менән танышасаҡ.

Башҡорт дәүләт университеты делегацияһы составында уҡыу эштәре буйынса проректор, профессор Йәүҙәт Солтанаев, профессорҙар Роберт Яҡшыбаев һәм Рәүеф Бәхтизин, химия фәндәре докторы Ринат Әхмәтханов, доцент Ғәйнислам Ибраһимов бар.

автор: Эльмира Сабирова
Теги: мәғариф
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть