4 декабрь, Йәкшәмбе

21 сентябрь 2010 йыл, 15:30

Өфө торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә тәүге тапҡыр юғары награда алды

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфө тәүге тапҡыр илдең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге юғары наградаһын алды. Рәсәй Төбәктәр үҫеше министрлығы үткәргән торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың иң яҡшы предприятиеһына конкурс йомғаҡтары буйынса «Уфагорсвет» муниципаль унитар предприятиеһы Юғары дәрәжәләге дипломға лайыҡ булды. Был турала бөгөн оператив кәңәшмәлә Өфө хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Ирек Ялалов хәбәр итте. Бынан тыш, уның әйтеүенсә, ҡаланың йәнә бер нисә ойошмаһы был конкурста түбәнерәк кимәлдәге наградалар алған.

Ҡала хакимиәте башлығы Павел Качкаевтың фекеренсә, был федераль конкурс баһалауҙа объективлығы менән айырыла. Бында еңеүселәр “кем күберәк түләй” тигән принциптан түгел, ә уларҙың ысынбарлыҡтағы ҡаҙаныштары буйынса билдәләнә.  

— Өфөнән киләһе йылдарҙа был конкурста ҡатнашыусылар арта барыр, тип өмөтләнәбеҙ, — ти Ирек Ялалов. – Шул уҡ мәлдә унда муниципаль ойошмалар ғына түгел, шундай уҡ юғары потенциалы булған коммерцияға ҡараған торлаҡ-коммуналь предприятиеларҙың да ҡатнашыуын көтәбеҙ. Ҡала хакимиәте үҙенең яғынан ҡатнашыусыларға тейешле ярҙам күрһәтергә әҙер.