Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

27 март, Дүшәмбе

Уфа   °

Павел Астахов Өфө балаларының хоҡуҡтары күҙәтелеүен баһалаясаҡ

Йәмғиәт

Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Павел Астахов бер көнлөк сәфәр менән Өфөгә килергә йыйына. Был сәфәре барышында ул республика баш ҡалаһында балиғ булмаған үҫмерҙәрҙең хоҡуҡтары күҙәтелеүенә баһа бирәсәк. Был турала бөгөнгө кәңәшмәлә ҡала хакимиәте башлығы Павел Качкаев хәбәр итте.

Павел Астахов, беренсе сиратта, Республика балалар клиник дауаханаһына, 1-се һәм 2-се балалар йорттарына барасаҡ, тип планлаштырыла.

Һуңғы ваҡытта Павел Астахов ил төбәктәрендә балаларҙың хоҡуҡтары күҙәтелеүен тикшереүгә ҙур иғтибар бирә. Әлеге ваҡытта ул инспекция сәфәре менән Алыҫ Көнсығышта. 17 сентябрҙә ревизия менән Хабаровск крайында булды, унан һуң Сахалинда балалар учреждениеларын тикшерҙе, ә бөгөн Владивостокка килде.

Павел Астахов Өфөгә 29 сентябрҙә килә тип көтөлә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть