9 декабрь, Йома

21 сентябрь 2010 йыл, 17:02

Картуфҡа хаҡ төшә башланы

автор: Евгений Рәхимҡолов

«Рәсми булмаған» ауыл хужалығы йәрминкәләре башланғас, Өфө халҡының картуфты арзаныраҡ хаҡҡа алыу мөмкинлеге тыуҙы. Был турала бөгөн оператив кәңәшмәлә ҡала хакимиәте башлығы Павел Качкаев хәбәр итте.

Уның әйтеүенсә, үткән ял көндәрендә бындай йәрминкәләрҙә картуфтың килограмы 18 – 20 һумға тәҡдим ителгән, ә айырым осраҡтарҙа хаҡтар 16 – 17 һумға төшкән. Өфөгә картуфты ҙур күләмдә ҡоролоҡтан артыҡ зыян күрмәгән Ҡурған өлкәһенән һәм илебеҙҙең башҡа төбәктәренән, шулай уҡ Беларустан алып киләләр. Ял көндәрендә Өфөнөң йәрминкә майҙандарында йәшелсәләр менән сауҙа итеү дөйөм алғанда 400 машинанан алып барылған. 1500 тонна картуф, ҙур күләмдә һуған, кәбеҫтә, ит һатылған.

Картуфҡа хаҡтың бер аҙ кәмеүенә ҡарамаҫтан, ул барыбер юғары булып ҡала. Сағыштырыу өсөн, уҙған йылдың ошо уҡ осоронда картуфтың килограмы 10-12 һум тора ине. Хәйер, 25 сентябрҙә рәсми ауыл хужалығы йәрминкәләре асылғас, урындағы властар һәм ҡала халҡы “икенсе икмәк”кә хаҡтар кәмер, тип өмөтләнә.