8 декабрь, Кесе йома

21 сентябрь 2010 йыл, 14:36

Эш хаҡы буйынса бурыс Башҡортостанда - 83 миллион һум

автор: Эльмира Сабирова

Башҡортостанстат мәғлүмәттәренә ҡарағанда, төбәктә 1 сентябргә эш хаҡы буйынса кисектерелгән бурыс 83 миллион һум тәшкил итте. Быйыл 1 ғинуарҙар ул 4,7 тапҡырға артты. Был һандар шишәмбе, 21 сентябрҙә, БР Хөкүмәтендә ваҡыты уҙған бурысты ҡайтарыу мәсьәләләре буйынса Ведомство-ара координацион совет ултырышында иғлан ителде. Видеоконференция режимында үткән кәңәшмәне вице-премьер Фидус Ямалетдинов үткәрҙе. Унда республика министрлыҡтары һәм ведомстволары етәкселәре, республиканың ҡайһы бер ҡалалары һәм райондары хакимиәт башлыҡтары, прокуратура вәкилдәре ҡатнашты.

Вице-премьер әйтеүенсә, ай башына Волга буйы федераль округының һигеҙ төбәгендә, Башҡортостанды ла индереп, бурыс күләме артты.

— Һөҙөмтәлә республика туғыҙынсы урында тора, — тип аныҡланы ул.

Әйткәндәй, иң күп бурыс Нижегородка өлкәһендә – 186 миллион һум, иң аҙы –Ульяновск өлкәһендә – дүрт миллион һум.

Һуңғы ике айҙа бурыслы ойошмалар һаны 18-ҙән 35-кә тиклем артты, эш хаҡы ала алмаған хеҙмәткәрҙәр һаны – 3085-тән 5574 кешегә етте. Шуларҙан өстән ике өлөшө ауыл хужалығы тармағында эшләй (3640-тан ашыу кеше), 28 проценты – эшкәртеүсе производстволарҙа (1571 кеше).

— Ауыл хужалығында эш хаҡы буйынса бурыс барлыҡҡа килеүҙең төп сәбәбе булып финанс средстволарының булмауы тора, — тип билдәләне Фидус Ямалетдинов.

Дөйөм алғанда, төбәктең 20 биләмәһенең эш хаҡы буйынса бурысы бар. Иң күп бурыс Стәрлетамаҡта тупланған – 20,4 млн. һум, Өфөлә — 4,8 млн. һум, Салауатта – 3 млн. һум, шулай уҡ Благовар районында — 19,5 млн. һум, Стәрлетамаҡ – 10,4 млн. һум, Дыуан — 7,4 млн. һум, Әлшәй — 4,2 млн. һум, Әбйәлил районында — 3,4 млн. һум.

Вице-премьер республиканың ҡала һәм район башлыҡтарын эш биреүселәрҙең хеҙмәткәрҙәрҙең хеҙмәт хоҡуҡтарын күҙәтеүенә, эш хаҡын ваҡытында түләүгә контролде көсәйтергә саҡырҙы.

— Социаль көсөргәнеште һәм хеҙмәт конфликттарын иҫкәртеү мәсьәләләре тап территориаль кимәлдә хәл ителергә тейеш. Был эш бөтә ерҙә лә тейешенсә ҡуйылмаған, — тине Фидус Ямалетдинов.