7 декабрь, Шаршамбы

21 сентябрь 2010 йыл, 14:09

Өфө йорттарын буяу ярҙамында йылытасаҡтар

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфөлә буяуға оҡшаған изоляция материалдарын ҡулланыу буйынса эксперимент үткәрелә. Был турала бөгөн баш ҡала хакимиәтендәге оператив кәңәшмәлә Ҡала йәшәйешен тәьмин итеү идаралығы начальнигы Андрей Федосов хәбәр итте.

Уның әйтеүенсә, әлегә эксперимент сифатында юғары технологиялы «АСТРАТЕК»  шыйыҡ керамик теплоизоляция материалы менән Зорге урамындағы 49/1 һанлы йорт ҡапланған.

«АСТРАТЕК» — аҡ төҫтәге суспензияға оҡшаған йылылыҡ үткәрмәй торған матдә. Стенаға һөртөлгән буяу кипкәс, 0,5 миллиметрҙан артыҡ булмаған ҡалынлыҡтағы пленка хасил итә. Был материал юғары кимәлдә йылылыҡ һаҡлаясаҡ һәм 15 йыл самаһы хеҙмәт итәсәк. Рәсәй етештереүсеһе менән юғары сифатлы импорт компоненттар нигеҙендә эшләнгән был материалдың сифаты Мәскәүҙә һәм илебеҙҙең тағы бер нисә ҙур ҡалаһында тикшереү үтеп өлгөргән.

Эксперимент уңышлы булһа, «АСТРАТЕК» Өфөлә киң күләмдә файҙаланыла башлаясаҡ.