4 декабрь, Йәкшәмбе

21 сентябрь 2010 йыл, 13:52

«Урал төҙөлөш индустрияһы-2010» күргәҙмәһе асылды

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин | фото: Андрей Старостин

Өфөнөң Спорт һарайында бөгөн «Урал төҙөлөш индустрияһы-2010» XX юбилей халыҡ-ара махсус күргәҙмәһе асылды. Унда илдең төрлө төбәктәренән һәм яҡын сит илдәрҙән 120-нән ашыу предприятие ҡатнаша. Был форум — тармаҡта иң ҙурҙарҙың береһе. Ул хаҡлы рәүештә төрлө кимәлдәге төҙөүселәр һәм бизнесмендар өсөн Башҡортостанда төп майҙансыҡ булып иҫәпләнә.

Күргәҙмәне асыу тантанаһында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Сергей Афонин, БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Анатолий Бондарук һәм БР Төҙөүселәр Союзы президенты Рәшит Мәмлиев ҡатнашты.

— Йылдан-йыл беҙҙең форум ҡыҙыҡлыраҡ һәм мөһимерәк була бара. Бөгөн төҙөлөш өлкәһендә инновация проекттарына һәм яңы технологияларға ҙур иғтибар бирелә, быларҙың барыһын да күргәҙмәлә күрергә мөмкин. Экспонаттар менән танышып, килеүселәр республиканың төҙөлөш комплексы ҡеүәтен асыҡ күҙ алдына килтерә ала. Беҙҙә талантлы архитекторҙар һәм төҙөүселәр бик күп, — тине, күргәҙмәне асып, Сергей Афонин.

«Урал төҙөлөш индустрияһы» форумы үҙ эшен 24 сентябрҙә тамамлай.