11 декабрь, Йәкшәмбе

21 сентябрь 2010 йыл, 13:45

Өфө торбаларына тәүге йылы килде

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфөлә тәүге 10 бинаға бөгөн йылы килде. Был турала иртән Өфө хакимиәтендәге оператив кәңәшмәлә уның башлығы Павел Качкаев хәбәр итте.

Уның әйтеүенсә, йылы балалар һәм медицина учреждениеларына бирелгән. Улар иҫәбендә 17-се ҡала балалар клиник дауаханаһының бала табыу бүлеге, 4-се бала табыу йорто, 2-се балалар йорто, шулай уҡ бер нисә балалар баҡсаһы һәм балалар хеҙмәтләндерелгән дауалау учреждениелары.  Яҡын арала йылыны башҡа төрлө учреждениелар ҙа ала башлаясаҡ.