4 декабрь, Йәкшәмбе

21 сентябрь 2010 йыл, 12:52

Эш хаҡы түләү буйынса бурысы өсөн етәксе вазифаһынан бушатылды

автор: Ольга Мортазина

Быйыл ике тапҡыр эш хаҡы буйынса дөйөм алғанда 115 мең һум бурысҡа юл ҡуйған ауыл хужалығы предприятиеһы директоры прокуратура талабы буйынса бер йылға квалификацияһынан мәхрүм ителде.

Мишкә районының «Тынбай» ауыл хужалығы предприятиеһы проблемалары менән прокуратураға быйыл ике тапҡыр шөғөлләнергә тура килде. Апрелдә эш хаҡы буйынса бурыс 25 мең һумдан ашыу тәшкил иткәйне — етәксе административ яуаплылыҡҡа (штраф түләүгә) тарттырылды, һәм бурыс ҡайтартылды. Августа прокуратура хеҙмәткәрҙәре хеҙмәт тураһында закондарҙың үтәлешен ҡабаттан тикшерҙе һәм бурыстың 90 мең һумға етеүен асыҡланы.  

Прокурорҙар ҡайтанан эш хаҡы буйынса бурысты ҡайтартыу тураһында дәғүә ғаризаһы бирҙе. Мировой судья ҡарары менән намыҫһыҙ директор бер йылға биләгән вазифаһынан бушатылды. Ҡарар әлегә законлы көскә инмәгән, тип хәбәр иттеләр БР Прокуратураһында.