Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.08 ↓

EUR 67.29 ↑

17 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Өфө йылына берәр миллион квадрат метр торлаҡ төҙөргә планлаштыра

Иҡтисад

Өфө 2020 йылға йыллыҡ торлаҡ төҙөлөшө күләмен бер миллион квадрат метрға еткерергә планлаштыра. Был турала Өфө хакимиәтендәге кәңәшмәлә уның башлығы Павел Качкаев хәбәр итте. Уның әйтеүенсә, бындай пландар республикала торлаҡ төҙөлөшө темптарын арттырыуҙың Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов билдәләгән дөйөм курсына тап килә.

— Әммә торлаҡ төҙөү генә аҙ, уны һатыу ҙа мөһим, — тине Павел Качкаев. – Ә уны ипотека программалары һөҙөмтәле эшләй башлаған осраҡта ғына ҙур күләмдә һатырға мөмкин буласаҡ. Күптәр өсөн ипотека бөгөн торлаҡ һатып алыуҙың берҙән-бер мөмкинлеге булып тора бит. Әлегә иһә был баҙарҙа түбән төшөү күҙәтелә. Быйыл социаль ипотека буйынса ҡалала ни бары 280 фатир ғына һатып алынды. Көрсөккә тиклем йылдарҙа был күрһәткес йылына 500 фатир кимәлендә булды, ә ҡәҙимге ипотека буйынса кешеләр йылына 2,5 меңгә тиклем фатир һатып алды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть