7 декабрь, Шаршамбы

21 сентябрь 2010 йыл, 11:43

Аграрийҙар льготалы хаҡ буйынса минераль ашламалар аласаҡ

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм «Салауатнефтеоргсинтез» асыҡ акционерҙар йәмғиәте төбәктең ауыл хужалығы продукцияһы етештереүселәре өсөн махсус хаҡтар буйынса минераль ашламалар алыу тураһында һөйләшеп килеште.

— Яҙҙағы кеүек, беҙ, Башҡортостан аграрийҙары өсөн махсус хаҡтар билдәләнәсәк, тип килештек. Ҡайһы бер позициялар буйынса ташлама 20-30 процент буласаҡ. Был Рәсәй ашлама етештереүселәр ассоциацияһы тәҡдим иткәндәгенән байтаҡҡа күберәк, — тип билдәләне БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Шамил Вахитов.

«Салауатнефтеоргсинтез» акционерҙар йәмғиәте матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, быйыл ҡоролоҡ арҡаһында уңыш элекке йылдарҙағы уртаса кимәлдең 30 процентын ғына тәшкил итте. Түбән хаҡтар менән минераль ашламалар һатыу Башҡортостандың бөтә ауыл хужалығы етештереүселәренә етди ярҙам буласаҡ. Ашламалар сәсеү аҙағына тиклем оҙатыласаҡ.  

Әйтергә кәрәк, «Салауатнефтеоргсинтез» асыҡ акционерҙар йәмғиәте республикала минераль ашламалар менән иң ҙур тәьмин итеүсе булып тора: төбәк ауыл хужалығы етештереүселәренә кәрәкле бөтә ашламаларҙың 90 проценты уның өлөшөнә тура килә.