10 декабрь, Шәмбе

21 сентябрь 2010 йыл, 11:00

Рөстәм Хәмитов ҡануниәтселәр менән хеҙмәттәшлекте нығытыу өсөн сығыш яһаны

автор: Николай Ермоленко | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Республика Йортонда БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай  депутаттары менән үҙенең тәүге осрашыуында, парламент менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итеп кенә иң мөһим социаль-иҡтисади үҫеш мәсьәләләрен уңышлы хәл итергә мөмкин, тигән ышаныс белдерҙе.  

— Закондар сығарыу һәм башҡарма власть ике тармаҡ булыуға ҡарамаҫтан, беҙ бер маҡсат хаҡына – Башҡортостанда йәшәүсе кешеләр өсөн эшләйбеҙ, — тине Президент. – Республиканың бөгөнгө депутаттар корпусы предприятиелар, ҙур бизнес вәкилдәренән ойошторолған. Башлыса, улар тәжрибәле хужалыҡ эшмәкәрҙәре, яҡшы мәктәп үткән кешеләр. Ләкин йыш ҡына был кешеләр үҙ предприятиеларының мәнфәғәттәре менән генә сикләнә, ә бит улар халыҡ вәкилдәре һәм үҙ эшмәкәрлектәрен ошонан сығып ҡорорға тейеш.

Ул 2007-2010 йылдарға Башҡортостан халҡының тормош кимәлен яҡшыртыу буйынса программаға ентекле туҡталды, ул, БР Хөкүмәте ултырышында асыҡланыуынса, төп параметрҙар буйынса үтәлмәгән.  

— Эш хаҡы кимәле буйынса беҙ Рәсәйҙә 36-сы урында, йән башына бюджет тәьмин ителеше буйынса – 54-се урында, ҡайһы бер социаль мәсьәләләр, мәҫәлән, дауаханалар, койка-урындар буйынса, — беҙ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 60-сы позицияла. Һәм был – «халыҡ етеш йәшәһен өсөн кәрәкле бөтә нәмәгә эйә булған, бөтә күрһәткестәр буйынса уртаса Рәсәй параметрҙарынан юғары булған ҡеүәтле, ныҡ», белемле кешеләргә, ҡеүәтле иҡтисадҡа, бай тәбиғәт ресурстарына эйә булған республикала.

Шул уҡ ваҡытта, эшһеҙлек һәм үҙ-үҙеңә ҡул һалыу кеүек күрһәткестәр буйынса Башҡортостан алда, — тип билдәләне Президент.

Рөстәм Хәмитов социаль-иҡтисади өлкәләге хәл һәм етешһеҙлектәр, етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү өсөн нимәләр эшләнеүе, көрсөк хәленән сығыу юлдарын үҙе нисек күреүе тураһында һөйләне.

— Бөтә мәсьәләләр ҙә хәл итерлек, — тип йомғаҡ яһаны ул. – Һеҙҙең менән беҙҙең бөтә нәмәбеҙ бар. Бер өс йылдан беҙ эш хаҡын бер ярым тапҡырға арттырасаҡбыҙ. Торлаҡ төҙөлөшөн дә алға ебәрергә тейешбеҙ.  

Республика башлығы Дәүләт Йыйылышының көҙгө сессияла 23 сентябрҙә үткәреләсәк тәүге ултырышында ҡатнашырға вәғәҙә итте. Әммә ул киләсәктә кәрәкле ултырыштарҙа ғына ҡатнашасағын белдерҙе. Был министрҙарға ла ҡағыла: «һеҙҙең мәсьәлә бар икән– ҡатнашығыҙ». Ә парламент ултырыштарында бер кем дә кәрәкмәгәнгә, буштан-бәш ултырмаясаҡ.

— Һеҙ – властың үҙ аллы тармағы, һәм үҙегеҙҙе шулай ҡуйырға тейешһегеҙ, — тип саҡырҙы Рөстәм Хәмитов депутаттарҙы. – Мин Президент булһам да, һеҙһеҙ мин республика милке менән эш итә алмайым. Ҙур, системалы мәсьәләләрҙе мин депутаттар менән бергә генә хәл итәсәкмен. Шуға күрә беҙҙең осрашыуҙар регуляр булырға тейеш. Беҙ яҡындан, үҙ-ара аңлашып, бер-беребеҙҙе тулыландырып эшләргә тейешбеҙ.  

Башҡортостан Президенты парламентарийҙарҙан тормош кимәлен яҡшыртыуҙың төп параметрҙары буйынса артта ҡалыуҙарҙы бөтөрөү буйынса тәҡдимдәр индереүҙәрен, атап әйткәндә, республика ҡалаларында һәм райондарында бәләкәй һәм урта бизнесты үҫтереүҙе контролгә алыуҙарын үтенде. Ул шулай уҡ депутаттарға закондарҙы күҙәтеүгә парламент контролен көсәйтергә тәҡдим итте.

темалар: бр президенты