7 декабрь, Шаршамбы

20 сентябрь 2010 йыл, 17:30

“Елғыуар" фильмы халыҡ-ара кинофестивалдә бүләкләнде

автор: Әлфиә Әһлиуллина

"Елғыуар" фильмы VI Ҡазан халыҡ-ара мосолман киноһы фестивалендә билдәләнде. Билдәле Рәсәй актеры Марат Башаров ҡатнашлығында "Башҡортостан" киностудияһының киң күләмле һуңғы проекты иң яҡшы сценарий өсөн бүләкләнде. Бүләкте сценарий авторҙары Айҙар Аҡманов менән Андрей Чернышев алды.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, VI Ҡазан халыҡ-ара мосолман киноһы фестивале Татарстандың баш ҡалаһында 16 сентябрҙә башланғайны. Фестиваль 28 илдән кинематографистарҙы йыйҙы, улар араһында Иран, Сәғүд Ғәрәбстаны, Һиндостан, Сирия, АҠШ, Бөйөк Британия, Франция ла бар ине. Кинофорум программаһына 51 фильм инде.

VI Ҡазан мосолман киноһы фестивален ябыу тантанаһы йәкшәмбе, 19 сентябрҙә, үтте. Голливуд йондоҙо Эдриан Броуди ("Пианист" фильмы), режиссер Сергей Соловьев, актер Олег Табаков һәм башҡалар тантананың абруйлы ҡунаҡтары булды, тип хәбәр итә "Татар-информ" мәғлүмәт агентлығы.

Йола буйынса фестивалдең һуңғы көнөндә еңеүселәр иғлан ителде. Шулай итеп, "Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле" номинацияһында "Бибинур" фильмында (Рәсәй, Татарстан) уйнаған Ҡазан актрисаһы Фирҙәүес Әхтәмова еңде. Иң яҡшы ир-егет роле өсөн бүләк "Гастарбайтер" фильмында уйнаған (Рәсәй — Үзбәкстан) Бахадыр Болтаевҡа бирелде. Баһалама ағзалары фекеренсә, иң яҡшы фильм тип "Бибинур" фильмы аталды (Рәсәй, Татарстан), Татарстан Респуликаһы Президентының "Кино сәнғәтендәге гуманизм өсөн" тип исемләнгән махсус бүләге "Билал" (Индия) фильмына бирелде. Шулай уҡ фестивалдә ҡатнашыусылар үҙ-ара тамашасылар һөйөүе, иң яҡшы режиссер эше, иң яҡшы сценарий өсөн, иң яҡшы оператор эше һәм башҡа төрлө номинацияларҙа бүләктәрҙе бүлеште.