3 декабрь, Шәмбе

20 сентябрь 2010 йыл, 17:10

Еңел сәнәғәт предприятиелары йәш белгестәрҙе көтә

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

"Өфө трикотаж фабрикаһы" асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә асыҡ ишектәр көнө үтте. Юғары һәм урта махсус белем биреү учреждениеларын тамамлаусыларға бында производство цехтарын һәм трикотаждың барлыҡҡа килеү процесын күрһәттеләр.  

Сараға шулай уҡ Өфөнөң Киров районы, «Рәсәй терәге» Дөйөм Рәсәй бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре, БР Мәғариф министрлығы, Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығы һәм башҡа ведомстволар хеҙмәткәрҙәре килде.

Йәштәр фабрика подразделениелары етәкселәренә һәм уның хеҙмәткәрҙәренә һорауҙар бирҙе. Уларҙы эш хаҡы күләме, социаль пакет булыу-булмауы һәм практика үтеү мөмкинлеге ҡыҙыҡһындырҙы.

— Уҡыуҙы тамамлаған йәштәрҙең 30 процентҡа яҡыны мәшғүллек хеҙмәтенә мөрәжәғәт итә. Тәжрибәһе булмау сәбәпле уларға эш табыуы ҡыйын. Беҙҙең предприятие өлгөһөндә беҙ республикала йәш белгестәрҙе ҡабул итергә әҙер компаниялар булыуын күрһәттек , — тип билдәләне фабриканың Директорҙар советы рәйесе Зөһрә Исмәғилева. — Беҙ йәштәрҙең карьера буйынса үҫеш перспективаһы булыуын, улар үҙҙәренең социаль яҡланғанлығын тойоуын һәм ғаилә ҡороп, балалар үҫтереүен теләйбеҙ.