4 декабрь, Йәкшәмбе

20 сентябрь 2010 йыл, 16:44

21 сентябрҙә Өфөлә «Уралстройиндустрия форумы- 2010» күргәҙмәһе асыла

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Шишәмбе көндө, 21 сентябрҙә, Өфөнөң Спорт һарайында XX «Уралстройиндустрия  форумы— 2010» юбилейлы махсус күргәҙмәһе эшен башлай. Унда илебеҙҙән һәм яҡын сит илдәрҙән 120-гә яҡын предприятие ҡатнаша.  

Форум сиктәрендә бихисап семинарҙар һәм ғилми-ғәмәли конференциялар, шулай уҡ тармаҡтың «Мисс төҙөлөш – 2010» матурлыҡ конкурсы үткәреләсәк.

Күргәҙмәне ойоштороусылар булып Башҡортостан күргәҙмә компанияһы, «Башҡортостан» күргәҙмә комплексы, БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы һәм БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты ҡатнашлығында Башҡортостан республика фәнни-техник төҙөүселәр йәмғиәте сығыш яһай.

Сараны асыу тантанаһы сәғәт 12-гә билдәләнгән.

темалар: анонс