9 декабрь, Йома

20 сентябрь 2010 йыл, 16:15

«Йыһанды сүп-сарҙан таҙартайыҡ» акцияһы үткәрелә

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Йома көндә, 24 сентябрҙә, Өфөлә тәүге тапҡыр «Clean Up the World» («Йыһанды сүп-сарҙан таҙартайыҡ») акцияһы үтәсәк. Унда мәктәпкәсә тиклем йәштәге балалар ҡатнашасаҡ.  

Өфөнөң 35-се балалар баҡсаһының экологик проекттар координаторы Анастасия Баранова хәбәр итеүенсә, был учреждение балалары Рәсәйҙә проектта ҡатнашыусыларҙың иң йәше буласаҡ. Балалар, уларҙың ата-әсәләре һәм тәрбиәселәре «Йәшел сауҡалыҡ» санаторийынан алыҫ түгел урман зонаһын сүп-сарҙан таҙартыу өсөн тоҡ һәм көрәктәр тотоп сығасаҡ.

Балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре экология проблемаларына битараф түгел. Быйыл сентябрҙә улар «Clean Up the World» халыҡ-ара экология ойошмаһы ағзалығына инде.  Балалар баҡсаһында даими экология проекттары үткәрелеп торасаҡ, ә учреждение территорияһы «экологик саф зона» тип иғлан ителәсәк.