5 декабрь, Дүшәмбе

20 сентябрь 2010 йыл, 15:11

Өфө профессоры Болгария наградаһына лайыҡ булды

автор: Евгений Рәхимҡолов | фото: Евгений Рәхимҡолов

Башҡорт дәүләт университеты профессоры Леонид Васильев Болгария Республикаһы Президенты һәм Ҡораллы Көстәр юғары баш командующийы ҡурсауындағы Милли комитеттың «Фашизмды Еңеүгә 65 йыл» юбилей миҙалы менән наградланды. Был турала «Башҡортостан — Болгария» дуҫлыҡ йәмғиәтенең башҡарыусы директоры Татьяна Коробова хәбәр итте.

Леонид Васильев илебеҙ генә түгел, шулай уҡ сит илдәр славистары даирәһендә лә яҡшы билдәле. БР Фәндәр академияһының почетлы академигы, РФ-тың почетлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре, БР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре, БДУ-ның почетлы профессоры, ул илебеҙҙә болгар телен популярлаштырыуға ҙур өлөш индерҙе. Леонид Васильев – билдәле шағир һәм яҙыусыларҙың  болгар теленән рус теленә һәм рус теленән болгар теленә бик күп тәржемәләр авторы. Күп йылдар инде ул БДУ-ның студент-филологтарына болгар телен уҡыта.