11 декабрь, Йәкшәмбе

20 сентябрь 2010 йыл, 14:39

«Йәштәр» хеҙмәткәрҙәренә меңәр һум өҫтәйәсәктәр

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфө биләмәһендәге йәштәр сәйәсәте учреждениелары белгестәренең эш хаҡына өҫтәмә индереләсәк. Ҡала Советы депутаттары ошондай ҡарар ҡабул итте. Әлегә өҫтәмә хеҙмәткәрҙәрҙең дүрт категорияһына ғына ҡағыласаҡ. Педагог-психологтар, йәштәр менән эшләү буйынса белгестәр, социаль педагогтар, йәштәр менән социаль эш буйынса белгестәрҙең эш хаҡына мең һум өҫтәләсәк. Әммә, ҡала Советы рәйесе Ирек Ниғмәтуллин әйтеүенсә, киләсәктә эш хаҡы арттырыласаҡ белгестәр исемлеген киңәйтергә планлаштырыла.

Эш хаҡына өҫтәмәне «йәштәр» хеҙмәткәрҙәре 2011 йылдың 1 ғинуарынан ала башлаясаҡ. Депутаттар, бындай сара үҫмерҙәр клубтарына күберәк йәш һәм перспективалы хеҙмәткәрҙәрҙе йәлеп итергә, уларҙың ижади әүҙемлеген дәртләндерергә булышлыҡ итәсәк, тип фекерләй.