8 декабрь, Кесе йома

20 сентябрь 2010 йыл, 12:32

Бөтә Рәсәй конференцияһында гигиена һәм хеҙмәт медицинаһы мәсьәләләре ҡараласаҡ

автор: Әлфиә Әһлиуллина

22 һәм 23 сентябрҙә «Йәшел сауҡалыҡ» санаторийының Буш ваҡыт һәм сервис үҙәгендә «Гигиена фәне һәм хеҙмәт медицинаһының хәҙерге заман проблемалары» Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы үтәсәк. Унда врач-терапевтар, врач-профпатологтар, клиник-эксперт эше буйынса белгестәр, республиканың дауалау-профилактика учреждениелары баш врачтары, шулай уҡ Башҡортостандың сәнәғәт предприятиелары етәкселәре ҡатнашасаҡ.

Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, форумда был тема буйынса лекциялар менән Рәсәй медицина фәндәре академияһының Ғилми-тикшеренеү хеҙмәт медицинаһы институты директоры Николай Измеров һәм Федераль ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау һәм кеше именлеге өлкәһендә күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы етәксеһе Роберт Такаев сығыш яһаясаҡ.

Конференция барышында шулай уҡ ауырыуҙарҙы һәм производствола имгәнеүселәрҙе медик-социаль реабилитациялауҙы камиллаштырыу, хәҙерге металлургия производствоһы хеҙмәткәрҙәренең өҫкө тын алыу юлдары һәм ҡолаҡ ауырыуҙарының үҙ-ара бәйләнеше, химия предприятиеһы хеҙмәткәрҙәренең һөйәк туҡымаһы метаболизмына хлорорганик ҡушылмаларҙың остеотоксик йоғонтоһо мәсьәләләре күтәреләсәк.  

темалар: һаулыҡ һаҡлау