4 декабрь, Йәкшәмбе

20 сентябрь 2010 йыл, 11:50

Еңел сәнәғәт белгестәре Ивановола «Алтын ҡулса» форумында ҡатнашасаҡ

автор: Любовь Колоколова

30 сентябрь — 1 октябрҙә Иваново ҡалаһында Рәсәй еңел сәнәғәтендә һәм туҡыу, тегеү продукцияһы баҙарында төп ваҡиға— «алтын ҡулса» V Халыҡ-ара туҡыу-сәнәғәт форумы үтәсәк. Был турала Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты хәбәр итә.

Форумды ойоштороусылар – Рәсәй Федерацияһы Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы һәм Иваново өлкәһе Хөкүмәте.

Форумдың эшлекле программаһын туҡыу, тегеү сәнәғәте һәм мода индустрияһының мөһим мәсьәләләре буйынса сессиялар, яңы һәм уңышлы тормошҡа ашырылған проекттарҙы презентациялауҙар тәшкил итә. Шулай уҡ 2020 йылға тиклем Рәсәй еңел сәнәғәтен үҫтереү стратегияһын тормошҡа ашырыу барышына арналған пленар ултырыш үтәсәк.  

Форум сиктәрендә Рәсәйҙең төп модельерҙары һәм дизайнерҙары ҡатнашлығында халыҡ-ара «Туҡыу салоны-2010» үткәреләсәк.

Форум тураһында ентекле мәғлүмәттәр www.ivforum.ru сайтында.