8 декабрь, Кесе йома

18 сентябрь 2010 йыл, 13:29

Урмансылар көнө менән!

автор: "Башинформ"

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов урман хужалығы, ағас әҙерләү һәм эшкәртеү предприятиелары хеҙмәткәрҙәрен һәм ветерандарын һөнәри байрамдары – Урман хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотланы.

"Урман ресурстары – Башҡортостандың иң мөһим милли байлығы. Уның территорияһының яртыһы тиерлек урмандар менән ҡапланған. Тармаҡ хеҙмәткәрҙәре республика иҡтисадын һәм социаль өлкәһен үҫтереүгә ҙур өлөш индерә, экология именлеген тәьмин итеү мәсьәләләрен уңышлы хәл итә.   Урмандарҙың майҙаны йылдан-йыл арта, уларҙың сифаты яҡшыра. Урман фондын һаҡлау, тулыландырыу, рациональ файҙаланыу, урман янғындарын булдырмау буйынса әүҙем эш алып барыла. Быйылғы ҡоролоҡло йәй айырыуса көсөргәнешле булды. Илдең күп кенә төбәктәрендә ул етди зыянлы ҙур янғындарға килтерҙе. Һеҙҙең батырлығығыҙ һәм көйлө эш итеүегеҙ һөҙөмтәһендә республикала янғындарҙың ҙур территорияла, тораҡ пунктарға таралыуына юл ҡуйылманы", — тиелә ҡотлауҙа.

Төбәк башлығы урман комплексы алдында урмандан файҙаланыуҙың һөҙөмтәлелеген арттырыуға, ғәмәлдәге предприятиеларҙы модернизациялауға, ағасты тәрән эшкәртеү буйынса конкурент һәләтле яңы производствоға бәйле мөһим бурыстар тороуын билдәләй. Ағас эшкәртеүҙә заманса алдынғы технологиялар индереү, тармаҡҡа эре инвестициялар йәлеп итеү тураһында һүҙ бара. Республика Президенты урмансыларға "урман ресурстарын һаҡлап ҡалыу, тулыландырыу буйынса еңел булмаған көндәлек хеҙмәте, республиканың тәбиғәт байлыҡтарына һаҡсыл мөнәсәбәте өсөн" рәхмәтен белдерҙе. Рөстәм Хәмитов уларға "ныҡлы сәләмәтлек һәм именлек, һөҙөмтәле эш, яңы хеҙмәт уңыштары теләй".