5 декабрь, Дүшәмбе

20 сентябрь 2010 йыл, 11:15

Башҡортостан милицияһы тыуған көнөндә 30 автомашина алды

автор: Ольга Мортазина | фото: Олег Яровиков

Башҡортостанда эске эштәр органдары ойошторолоуының 91 йыллығы хөрмәтенә Өфөлә Ленин исемендәге майҙанда тантаналы парад үтте: Эске эштәр министрлығы үҙенең бөтә ҡеүәтен күрһәтте. Милиционерҙарҙы Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡотланы:

— Тыуған илгә хеҙмәт итеү хоҡуғы өсөн һеҙ йыш ҡына үҙ ғүмерегеҙ, иптәштәрегеҙҙең ғүмере менән түләйһегеҙ, — тине Рөстәм Зәки улы. — Енәйәтселеккә ҡаршы көрәштә үҙ ғүмерен ҡорбан итеүселәр мәңге хәтерҙә ҡаласаҡ. Тиҙҙән һеҙгә реформалар шарттарында эшләргә тура киләсәк, был еңелдән түгел, әлбиттә. Ләкин һеҙҙең хеҙмәтегеҙ тағы ла һөҙөмтәлерәк буласағына ышанам.  

Ә эске эштәр органдары эшендә матди-техник база ҙур әһәмиәткә эйә булыуын иҫәпкә алып, тип өҫтәне Президент, бөгөн милиционерҙарға федераль һәм республика бюджеттары аҡсаһына һатып алынған 30 "Нива" автомашинаһы тапшырыла.  

Рөстәм Хәмитов һәм БР буйынса Эске эштәр министрлығы башлығы Игорь Алешин айырыуса фиҙаҡәрлек күрһәткән Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәренә Рәсәй һәм республика наградаларын тапшырҙы: улар араһында оперуполномоченныйҙар, кинологтар, водителдәр, автоинспекторҙар, патруль хеҙмәткәрҙәре, һаҡсылар бар ине. Криминаль хәлдә юғалып ҡалмай, милиционерҙарға енәйәтселәрҙе тоторға ярҙам иткән өфөлөләргә гә бүләктәр тапшырылды.  

Тантана хужаларын дини эшмәкәрҙәр ҙә ҡотланы.

Байрамдың иң күркәм өлөшө булып БР буйынса Эске эштәр министрлығы подразделениелары парады торҙо, унда башҡа көс ведомстволары — Наркоконтроль һәм Федераль именлек хеҙмәте идаралығы ла ҡатнашты.