10 декабрь, Шәмбе

20 сентябрь 2010 йыл, 10:55

Поезға билетты Интернет аша һатып алырға мөмкин

автор: Любовь Колоколова

Йәйге айҙарҙа Куйбышев тимер юлынының Башҡортостан бүлексәһендә 21 меңдән ашыу пассажир билеттарын интернет аша һатып алған. Уңған йылдың ошо уҡ осоронда был хеҙмәт менән ете мең самаһы кеше файҙаланғайны.  

Куйбышев тимер юлының Башҡортостан бүлексәһе матбуғат секретары Рөстәм Ғөбәйҙуллиндың хәбәр итеүенсә, электрон хеҙмәт менән файҙаланыусылар һаны арта.  

Электрон билет һатып алыу өсөн «Рәсәй тимер юлдары» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең сайтына инеп, маршрут менән юлға сығыу көнөн, ҡуҙғалыу ваҡытын, шулай уҡ поезд номерын һәм урын һайларға кәрәк, заказды раҫлағандан һуң,  былар барыһы ла теркәләсәк. Артабан пассажирға банк картаһының реквизиттарын йыйып, билет хаҡын түләргә генә ҡала. Ә юл йөрөү документын һеҙгә уңайлы ваҡытта Рәсәй тимер юлдарының һәр кассаһынан алырға була. Шулай уҡ поезд ҡуҙғалыр алдынан вокзал кассаһына мөрәжәғәт итергә лә мөмкин.

Алыҫ араға йөрөүсе поездарға «виртуаль» билет тултырған өсөн өҫтәмә йыйымдар алынмай.