8 декабрь, Кесе йома

20 сентябрь 2010 йыл, 10:00

Өфөнөң икенсел торлаҡ баҙарында хаҡтар бер аҙнала 0,5 процентҡа күтәрелде

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Өфөлә икенсел торлаҡ баҙарында хаҡтар һуңғы аҙнала ярты процентҡа күтәрелгән. Бөтә төрҙәге фатирҙар буйынса бер квадрат метрына тәҡдим ителгән хаҡ әлеге ваҡытта 42,97 мең һум тәшкил итә.

Хаҡтар бөтә сегменттарға ла артҡан: бер бүлмәле, өс бүлмәле һәм күп бүлмәле фатирҙар -  0,5 процентҡа, ике бүлмәлеләр — 0,4 процентҡа.

Торлаҡ үҙәктә һәм “Башҡортостан” сауҙа комплексы районында ҡиммәтерәк, Шакша һәм Черниковкала – арзаныраҡ.      

«Эксперт» күсемһеҙ милек агентлыҡтары селтәре мәғлүмәте буйынса, бөгөн иң арзан бер бүлмәле фатирҙы Интернациональ урамынан 950 мең һумға һатып алырға мөмкин. Уның майҙаны — 30,3 квадрат метр. Ә иң ҡыйбат хаҡҡа Октябрь проспектындағы 220 квадрат метрлыҡ биш бүлмәле фатир тәҡдим ителә, уны хужалары 16 миллион һумға баһалай.

Иң арзан бүлмәне — Новоженов урамынан (майҙаны — 17 квадрат метр, 400 мең һум), ә иң ҡыйбатлыһын Калинин урамынан алырға мөмкин. Һуңғыһының майҙаны — 24,1 кв.м., ә хаҡы — 1300 мең һум.

Һатыуға ҡуйылған иң ҡыйбат коттедж Михайловкала урынлашҡан, майҙаны – 350 квадрат метр. Ул 20 миллион һумға һатыла.