Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63

EUR 70.36

20 ноябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан Сочиҙа халыҡ-ара инвестиция форумында уңышлы сығыш яһаны

Сәйәсәт

18 сентябрҙә республика Президенты Рөстәм Хәмитов етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы Сочиҙан IX халыҡ-ара инвестиция форумынан ҡайтты. Форумдың йомғаҡлау көнөндә республика делегацияһы тематик түңәрәк өҫтәлдәр эшендә ҡатнашты.

Сочиға сәфәр йомғаҡтары буйынса республика Президенты Рөстәм Хәмитов, халыҡ-ара форумда Башҡортостан уңышлы сығыш яһаны, тип билдәләне.

«Республика үҙенең өр-яңы инновацион эшләнмәләрен һәм инвестиция проекттарын күрһәтте. Беҙҙең экспозиция форумда ҡатнашыусыларҙың күбеһендә ҡыҙыҡһыныу уятты. Республика стенды Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Владимир Путиндың да иғтибарын йәлеп итте. Ҡараған саҡта ул «Башҡортостан — Олимпиялы Сочиға» блогында бирелгән машиналар эшләү комплексы продукцияһы өлгөләре менән ҡыҙыҡһынды. Владимир Путин, беҙҙең техника һәм ҡорамалдар 2014 йылғы Сочи олимпиадаһына әҙерлек һәм уны үткәреү барышында файҙаланылыуы мөмкин, тип билдәләне. Башҡортостандың иҡтисадтың төрлө тармаҡтарындағы ҡаҙаныштарын күрһәтеү өсөн республикаға бындай форумдарҙа ҡатнашырға кәрәк. Беҙ ҡеүәтле сәнәғәт һәм фәнни-техник потенциалға эйәбеҙ, һәм уны артабан үҫтерергә кәрәк», — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.

Бынан тыш, Башҡортостан Президенты фекеренсә, республиканың үҙ халыҡ-ара тематик форумын үткәреү өсөн бөтә мөмкинлектәре бар.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть