10 декабрь, Шәмбе

17 сентябрь 2010 йыл, 17:45

«Милләт ғорурлығы» - Оксана Савченкола

автор: Дмитрий Слезин

Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев Рәсәйҙең паралимпия йыйылма командаһы спортсыларына һәм уларҙың тренерҙарына наградалар тапшырҙы.

Наградлау тантанаһы Социаль партнерлыҡ лигаһы менән 2007 йылда башланған оҙайлы ваҡытҡа иҫәпләнгән "Сәләмәт балалар — көслө Рәсәй" акцияһы йомғаҡтары буйынса үтте. Был акция үҫеп килеүсе йәш быуынды рухи һәм физик яҡтан үҫтереүгә, спортты, лидерлыҡ һәм сәләмәт тормош алып барыуҙы пропагандалауға йүнәлтелгән һәм РФ Төбәктәр үҫеше министрлығы менән Сочи-2014 Олимпиадаһының ойоштороу комитеты ярҙамында үкәрелә.

Бүләкләнгәндәр араһында яҡташыбыҙ — Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенты Оксана Савченко ла бар ине.

Оксана өсөн был беренсе награда түгел. Оксана — туғыҙ тапҡыр донъя чемпионы, өс тапҡыр олимпия уйындары чемпионы, Европа чемпионы, ете донъя рекорды ҡуйған кеше.

Оксанаға юғары йәмәғәт наградаһы — «Милләт ғорурлығы» орденының йондоҙо бирелде. Оксана менән бергә был награданы 30-лаған спортсы, меценат һәм етәкселәр алды.  

Әлеге ваҡытта Оксана Савченко 2012 йылда Лондонда үтәсәк Паралимпия уйындарына әҙерләнә.

Шаршамбы, 22 сентябрҙә, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында Оксана һәм университеттың тағы бер ғорурлығы — Вадим Боровиктың юғары уҡыу йорто ректоры Раил Әсәҙуллин һәм студенттар менән осрашыуы үтә.