6 декабрь, Шишәмбе

17 сентябрь 2010 йыл, 17:15

БДУ Болгария менән бәйләнештәрҙе үҫтерә

автор: Евгений Рәхимҡолов | фото: Евгений Рәхимҡолов

«Башҡортостан — Болгария» Дуҫлыҡ йәмғиәтендә бөгөн Изге Кирилл и Мефодий исемендәге Великотырново университеты доценты Анелия Петкова менән осрашыу үтте. Болгариянан ҡунаҡ менән аралашырға Башҡорт дәүләт университеты студенттары һәм уҡытыусылары, йәмғиәт етәкселәре, журналистар килде.

Анелия Петкова Өфөгә ике вуз араһында хеҙмәттәшлек тураһында 2003 йылда төҙөлгән килешеү сиктәрендә килгән. Был ваҡыт эсендә БДУ-ла Болгариянан байтаҡ студенттар һәм уҡытыусылар булып китте. Беҙҙең белгестәр ҙә Великотырновола ошондай уҡ стажировка үтте.

Ике аҙна буйына Анелия Петкова БДУ-ның дөйөм һәм тарихи-сағыштырма тел ғилеме кафедраһында уҡытты һәм ошо ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә уҡытыусылар составы менән дә, шулай уҡ студенттар менән дә яҡшы мөнәсәбәттәр урынлаштырырға өлгөрҙө. Өфөнөң тарихи һәм мәҙәни урындарына барыу Анелия Петковала юйылмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдырҙы.  

— Өфөлә алынған тәьҫораттар һәм тәжрибә миңә артабанғы эшемдә ярҙам итәсәгенә ышанам, – тине Анелия Петкова. – Етмәһә, беҙҙең вузда рус телен һәм мәҙәниәтен өйрәнеүгә ҙур иғтибар бирелә. Беҙҙә рус филологияһы кафедраһы бар, унан тыш, ике телде – рус — испан, рус — инглиз, рус — немец телдәрен белгән белгестәр әҙерләнә, ә тиҙҙән рус — грек теле йүнәлешен асырға планлаштырыла.

Әлеге осрашыу «Башҡортостан – Болгария» Дуҫлыҡ йәмғиәтендә үткәрелгән тәүге сара ғына түгел. Бында болгар ғалимдары, рәссамдары, эшҡыуарлыҡ даирәләре делегациялары даими килеп тора.