Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.31 ↑

EUR 61.50 ↓

27 апрель, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостанда Росреестрҙың электрон хеҙмәттәре менән ҡулланыусы граждандар иҫәбе артты

Иҡтисад

Росреестрҙың интернет-порталы аша Башҡортостан биләмәһендә урынлашҡан күсемһеҙ милек объекттары буйынса күсемһеҙ милек объекттарын дәүләт кадастр иҫәбенә ҡуйыу тураһында 1687 ғариза бирелгән. Шуларҙан — 1211 ғариза ҡаралған һәм уның буйынса эштәр тамамланған. Шулай уҡ дәүләт кадастры мәғлүмәттәрен һорап 33 мең самаһы ғариза килгән, уларҙың да ҙур өлөшө эшкәртелгән.

БР буйынса Росреестр Идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бөгөнгө көнгә дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография өлкәһендә электрон хеҙмәттәр менән Рәсәйҙә 262 мең кеше файҙаланған.  

Росреестрҙың электрон порталы менән файҙаланыуҙа Башҡортостан халҡының әүҙемлеге РФ Хөкүмәте Рәйесе Владимир Путиндың баш дәүләт теркәүсеһе Сергей Васильев менән осрашыуында ла билдәләнде.  

— Башҡортостан һәм Татарстан кеүек технологик яҡтан үҫешкән республикаларҙа  был электрон хеҙмәттәрҙең өлөшө 25 процентҡа етте, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ведомство башлығы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть