8 декабрь, Кесе йома

17 сентябрь 2010 йыл, 16:26

Тимер юлда урлашыуҙар туҡтамай

автор: Любовь Колоколова

Тимер юл элеккесә еңел табыш табырға ынтылыусыларҙың иғтибарын йәлеп итә. Сентябрь көндәренең береһендә бер юлы ике урлашыу иҫкәртелә, тип хәбәр итә Куйбышев тимер юлының Башҡортостан төбәге матбуғат секретары Рөстәм Ғөбәйҙуллин.

Мәҫәлән, Приютово станцияһында ике эшһеҙ ҡара металл һынығын урларға маташа. Юлдарҙың береһендә торған йөк составына үтеп инеп, улар асыҡ вагондан урлаған әйберҙәрен ырғыта башлай. Милицияның линия бүлеге наряды уларҙы ошо енәйәти эше өҫтөндә тота.  

Икенсе урлашыу Бензин станцияһында теркәлә. Бында ике әҙәм урлашыу өсөн йөк автомобилен файҙаланырға ҡарар итә һәм 60-тан ашыу шпал тейәй. Улар ҙа тәртип һаҡсылары тарафынан тотола.  

Ике факт буйынса ла тикшереү алып барыла.