8 декабрь, Кесе йома

17 сентябрь 2010 йыл, 15:05

Башҡортостандың холоҡ төҙәтеү учреждениеларында халыҡ иҫәбен алыуға әҙерҙәр

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин | фото: Ольга Платонова

Федераль хөкөм язаһын үтәү хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығы подразделениеларында илебеҙҙә 14 октябрҙән 25-енә тиклем үтәсәк Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға арналған стенгазеталар конкурсы ойошторолдо һәм үткәрелде.

Иғлан ителгән ярыш киң яҡлау тапты, һәм жюри хөкөмөнә егерменән ашыу ижади эш тәҡдим ителде. Күп плакаттар юғары художество кимәлендә башҡарылды, йөкмәткеһе буйынса ла бик фәһемле булды. Конкурс һөҙөмтәһендә еңеүселәр һәм призерҙар билдәләнде.

Башҡортостанстат матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, холоҡ төҙәтеү учреждениеларына эләккән Рәсәй граждандары, илдең ҡалған граждандары кеүек үк, иҫәпкә алынасаҡ. Улар мәшғүллек һәм миграция тураһында мәғлүмәттәрҙән тыш бөтә һорауҙарға яуап бирәсәк.