7 декабрь, Шаршамбы

17 сентябрь 2010 йыл, 14:42

Киләсәктә биналарҙы пандустар менән йыһазландырырға планлаштыралар

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Башҡортостан Республикаһының Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты төбәк биләмәһендә проектланған биналарҙа алынмалы күсмә пандустар һәм портатив тартыу ҡоролмаһын индергән конструкциялар ҡулланырға тәҡдим итә. Бындай конструкциялар инвалид кресло-коляскаһында хәрәкәт итеүсе физик мөмкинлектәре сикләнгән граждандарға кәрәк.  

Дәүләт комитеты хәбәр итеүенсә, был конструкцияны эшкәртеүсе – БР-ҙың атҡаҙанған уйлап табыусыһы,  инвалидтарҙы реабилитациялауҙың техник саралары буйынса йәмәғәт эксперты Виктор Лаврентьев. Пандустар ваҡытлыса — эш көнө осорона урынлаштырылыуы мөмкин.      

Ҡоролма еңел монтажлана һәм һүтелә, күп урын да биләмәй. Уны әҙерләүгә һәм монтажлауға, ҡат иҫәбенә бәйле, биш меңдән ун мең һумға тиклем аҡса талап ителә. Ҡулайлама һынауҙы уңышлы үтте һәм РФ Дәүләт уйлап табыуҙар реестрында патент алды.