10 декабрь, Шәмбе

17 сентябрь 2010 йыл, 12:39

Йәшерен пекарня антисанитария шарттарында эшләгән

автор: Ольга Мортазина

Федераль миграция хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәре Шишмә районының Богомоловка ауылында йәшерен рәүештә Үзбәкстан граждандары эшләгән пекарня тапты. Уларҙың эшенә үҙ ватандаштары етәкселек иткән, йәшәүгә һәм хеҙмәт эшмәкәрлеге алып барыуға уларҙың рөхсәт ҡағыҙы ла булмаған. Көнөнә икмәк бешереүселәр 300-400 ләүәш әҙерләп, Өфө магазиндарына һәм баҙарҙарына оҙатҡан. Йәшерен эшләүселәргә ҡарата административ протоколдар төҙөлдө, енәйәт эше ҡуҙғатыу мәсьәләһе хәл ителә, тип хәбәр иттеләр миграция идаралығының матбуғат хеҙмәтенән.