11 декабрь, Йәкшәмбе

17 сентябрь 2010 йыл, 10:21

Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығының төп эш йүнәлештәре ҡаралды

автор: Любовь Колоколова

Башҡортостандың Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығында тармаҡ йәмәғәт берләшмәләре, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре, «Живой Журнал» берләшмәһе блогерҙары менән осрашыу үткәрелде.

Сараның төп маҡсаты булып министрлыҡтың структура подразделениелары эшмәкәрлеге, бүлектәрҙең һәм тотош министрлыҡтың өҫтөнлөклө эш йүнәлештәре менән танышыу торҙо.  

Осрашыуҙа ҡатнашыусыларҙы инновациялар өлкәһен үҫтереү буйынса планлаштырылған эш йүнәлештәре: инновация эшмәкәрлеген яҡлауҙың финанс механизмдары, индустриаль парктар булдырыу маҡсаттары һәм башҡалар ҡыҙыҡһындырҙы. Инновация проекттарын тормошҡа ашырыу, айырым иҡтисади зоналар булдырыу буйынса тәҡдимдәр яңғыраны. Сәнәғәт өсөн кадрҙар әҙерләү темаһы ҡыҙыу тикшерелде. Министрлыҡ адресына конструктив тәнҡит тә яңғыраны. Бөтә тәҡдимдәр тикшерелеп, артабанғы эштә файҙаланыласаҡ, тип хәбәр иттеләр Сәнәғәт министрлығында.