8 декабрь, Кесе йома

17 сентябрь 2010 йыл, 9:29

Мең милиционер меңәр һум аласаҡ

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфө ҡалаһы буйынса Эске эштәр идаралығы ҡарамағындағы милицияның патруль-пост хеҙмәте полкы хеҙмәткәрҙәре эш хаҡына меңәр һум күләмендә өҫтәмә аласаҡ. 16 сентябрҙә ҡала Советы депутаттары ошондай ҡарар ҡабул итте.  

— Башта Өфө Эске эштәр идаралығы ике мең һум күләмендә өҫтәмә һорап мөрәжәғәт иткәйне, — тине ҡала Советы рәйесе Ирек Ниғмәтуллин, — әммә, бюджеттың реаль мөмкинлектәренән сығып, мең һум күләмендә өҫтәп түләү билдәләргә ҡарар ителде.  

Эш хаҡын арттырыу патруль-пост хеҙмәтенең аттестацияланған составынан меңгә яҡын кешегә ҡағыласаҡ. Өҫтәмә түләүҙе милиционерҙар 2011 йылдың 1 ғинуарынан ала башлаясаҡ.