9 декабрь, Йома

17 сентябрь 2010 йыл, 9:06

Балалар баҡсаһына йөрөмәгән өсөн Өфөлә компенсация түләнәсәк

автор: Евгений Рәхимҡолов

Йәш ярымдан өс йәшкә тиклемге мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларына йөрөмәгән балалары булған Өфө ғаиләләре бер балаға өс мең һум күләмендә компенсация ала башлаясаҡ. Шундай ҡарар ҡабул итте кисә Өфө ҡала Советы депутаттары.

— Бындай сара балалар баҡсаһында урын етмәү проблемаһын өлөшләтә хәл итергә ярҙам итәсәк һәм тәү сиратта аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә бик яҡшы социаль ярҙам буласаҡ, — тине Өфө ҡала Советы рәйесе Ирек Ниғмәтуллин.

Ҡала ҡаҙнаһында бындай түләүҙәргә средстволар табылған. Компенсацияны ғаиләләр 1 октябрҙән ала башлаясаҡ.