4 декабрь, Йәкшәмбе

16 сентябрь 2010 йыл, 16:54

Ете айҙа Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнеше алты миллиард доллар самаһы тәшкил иткән

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнеше ғинуар-июлдә 5929 миллион АҠШ доллары тәшкил иткән. Был уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 2,3 тапҡырға күберәк. Экспорт һәм импорт күләме лә артҡан. Тауар экспорты 5638 миллион доллар менән баһалана. Шуларҙың 811 миллионы БДБ илдәренә оҙатылған тауарға тура килә.

Ғинуар-июлдә республикаға 291 миллион долларға импорт тауарҙар ҡайтарылған. БДБ илдәре өлөшөнә был сумманан 77 миллион тура килә.

Ғинуар-августа Башҡортостанда төҙөлөш эштәренең күләме 47786 миллион һум менән билдәләнә. Был күрһәткес уҙған йылдың ошо уҡ осорона ҡарата 97 процент тәшкил итә. Республикала миллион квадрат метрҙан ашыу торлаҡ сафҡа индерелгән.

Башҡортостанстат мәғлүмәтенә ярашлы, ауыл хужалығы продукцияһы күләме ағымдағы йылдың һигеҙ айында 53 миллиард һум тәшкил иткән, ваҡлап сауҙа итеү әйләнеше – 298,5 миллиард, йәмәғәт туҡланыуы әйләнеше – 12 миллиард һум.